Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение «Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Мустафиной Фатимы Хамидовны»
450005, Республика Башкортостан, г.Уфа, ул. Достоевского, 99А

8(347) 272-09-26
Главная
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! 

Көҙгө каникул көндәрендә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты атай-әсәйҙәргә ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен балаларҙың хәтерҙәренә төшөрөп торорға кәңәш итә. Статистиканан күренеүенсә, был осорҙа балалар ҡатнашлығында бәхетһеҙ осраҡтар йышыраҡ теркәлә. 

Тәүге һалҡындар менән балалар боҙҙа шыуырға ярата. Балағыҙға беренсе боҙ ҡурҡыныс булыуы тураһында иҫкәртегеҙ, һыу буйында йөрөмәҫкә ҡушығыҙ. Боҙлауыҡ ваҡытында балағыҙға аяҡ аҫтына ҡарап йөрөү һәм хәүефле урындарҙы урап үтеү кәрәклеге тураһында әйтегеҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрөгөҙ, балаларҙың кейеменә яҡтыртҡыс таҫмалар тағып ҡуйығыҙ. 

Ә иң мөһиме – баланы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, күҙ уңынан ысҡындырмагыҙ !
1
Поделиться в:
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий