МБОУ ``Уфимская городская башкирская гимназия №20

имени Мустафиной Фатимы Хамидовны`` городского округа город Уфа Республики Башкортостан

  • Увеличить размер шрифта
  • Размер шрифта по умолчанию
  • Уменьшить размер шрифта
Главная страница

Расписание ОГЭ-2017

E-mail Печать PDF

Расписание ОГЭ-2017

Обновлено 09.03.2017 10:51
 

Расписание ЕГЭ-2017

E-mail Печать PDF

Расписание ЕГЭ-2017

Обновлено 09.03.2017 10:48
 

Республика семинары

E-mail Печать PDF

02.03.2017 йыл  «Ф.Х. Мостафина исемендәге    20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы»нда «Уҡытыу туған (башҡорт) телендә алып барылған дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡыусыларҙың  информацион – коммуникатив  компетентлыҡтарын формалаштырыу» исемле республика семинары үтте.

Семинарҙа Хәйбулла, Ейәнсура райондарынан, Өфө ҡалаһы Октябрь районының 136-сы лицей уҡытыусылары ҡатнашты.

Сара мәктәптең тамаша залында ҡунаҡтарҙы сәләмләү менән башланып китте һәм мәктәп музейына экскурсия менән дауам итте. Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар иғтибарына  дәрестәр,  мастер-кластар тәҡдим ителде. Башланғыс кластарҙың юғары квалификацион уҡытыусылары Хажиева Г.С. (Рус теле, тема - «Есть ли у слов родственники?», 2б класы), Латыпова Д.Р. (Башҡорт теле, тема - «Ҡылымдарҙың заман  менән үҙгәреше», 4б класы), Ғәзизова Э.М. (Математика, тема - «Күп урынлы һандарҙы ҡушыу», 2а класы), Нурыева Р.Ф. (Әҙәби уҡыу, тема - «Хайуандарҙы йәберләгән изгелек күрмәҫ», 4в класы) асыҡ дәрестәр күрһәтте. Уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса мастер-кластар ҙа бик уңышлы ойошторолдо. Кәлиева А.А. «Ағиҙел буйлап сәйәхәт» темаһына веб-квест төҙөү үҙенсәлектәрен, Дәминева А.С. график дизайн эшләүселәрҙең «Создание динамичной композиции в программе Microsoft Paint» һәм Әхмәтшин М.Р. робототехника түңәрәгенә йөрөүселәрҙең «Сборка и программирование модели робота» тигән мастер-кластарын күрһәтте.

Семинар ултырышы эшен артабан тамаша залында дауам итте. Үткәрелгән асыҡ дәрестәр һәм мастер-кластар буйынса фекер алышыуҙарҙан һуң, башланғыс кластарҙа уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Ғәзизова Э.М. «Уҡытыу туған телендә алып барылған дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡыусыларҙың  информацион – коммуникатив  компетентлыҡтарын формалаштырыу» темаһы буйынса инновацион  селтәр майҙансығы булараҡ «Ф.Х. Мостафина исемендәге    20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы»нда эшләнгән эштәр тураһында һөйләне. Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты доценты, педагогия фәндәре кандидаты Сынбулатова Ф.Ш. «Заман технологиялары нигеҙендә башланғыс белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандарттарын тормошҡа ашырыу» темаһына йөкмәткеле сығыш яһаны. Шулай уҡ Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты доценты, педагогия фәндәре кандидаты Нафиҡова З.Ғ. сығышында башланғыс кластарҙа туған телдә уҡытыуҙың кәрәклеге, ғөмүмән, мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлеген туған телдә алып барыуҙың әһәмиәте тураһында һөйләне.

Асыҡ дәрестәр һәм мастер-кластарҙы анализлап, килгән ҡунаҡтар семинарҙың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. Гимназиябыҙ уҡытыусыларының мегаполис шарттарында эшләп тә милли рух, милли колоритты һаҡлауҙағы ҙур хеҙмәтен баһаланылар. Семинар гимназия уҡыусыларының артист ата-әсәләре көсө менән ойошторолған концерт менән тамаланды. Ҡунаҡтар ҙа, хужалар ҙа саранан ҙур тәьҫораттар, рух күтәренкелеге алып таралышты.


фотоматериалдар ҡарарға
Обновлено 03.03.2017 15:23
 

Субботник по очистке от снега внутренней территории гимназии

E-mail Печать PDF

4 марта в МБОУ “УГБГ №20 им.Ф.Х.Мустафиной” был организован субботник по очистке от снега внутренней территории гимназии.  Активное участие в общегородском субботнике приняли отцы обучающихся 1-11 классов. В ходе субботника произведена уборка снега на территории гимназии, наледи внутри школьной территории, на основных путях движения к зданию, пешеходных дорожках, запасных выходах.

Благодарим родителей, принявших активное участие в уборке снега!


Смотреть фотографии
Обновлено 04.03.2017 12:45
 

Телефонные номера "Горячих линий"

E-mail Печать PDF

Телефонные номера "Горячих линий"

Обновлено 27.02.2017 13:57
 


Страница 9 из 95

Баннер
Баннер
Баннер
Баннер
Баннер
Баннер

Кто на сайте

Сейчас 26 гостей онлайн
Баннер
Баннер