МБОУ ``Уфимская городская башкирская гимназия №20

имени Мустафиной Фатимы Хамидовны`` городского округа город Уфа Республики Башкортостан

  • Увеличить размер шрифта
  • Размер шрифта по умолчанию
  • Уменьшить размер шрифта
Главная страница

Конкурс «Смотр строя и песни»

E-mail Печать PDF

В рамках Месячника военно-патриотического воспитания 21 февраля в МБОУ «УГБГ № 20 им. Ф.Х. Мустафиной» прошел конкурс «Смотр строя и песни», посвященный Дню Защитника Отечества. В нем принимали  участие обучающиеся гимназии с 5 по 8  классы. Организатором являлся  преподаватель основ безопасности жизнедеятельности Туктамышев Булат Салаватович.

Конкурс оценивался по следующим критериям:

- Построение класса в одну шеренгу;

- Рапорт командира;

- Перестроение на месте

- Повороты отряда на месте

- Выход из строя. 1-го курсанта, подход к командиру 2-го курсанта

- Движение строем

- Торжественный марш

В подготовке  приняли участие активисты 11-х классов:

Латыпов Ильнур,  Аллаяров Руфат, Ямалиев Станислав, Хамитов Чингиз, Асылгужин Рамиль.

По результатам конкурса жюри присудило  Гран-при учащимся 7 Б класса, 1 место – 8А, 2 место – 6В, 3 место – 5Б, 7В классам

Смотреть фотографии

Обновлено 26.02.2017 12:52
 

9а класында "Мин буласаҡ һалдат" исемле дәрес-уйын үткәрелде

E-mail Печать PDF

"Ф. Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы"нда Ватанды һаҡлаусылар байрамы алдынан төрлө саралар үткәреү ғәҙәти күренеш.  9а класында "Мин буласаҡ һалдат" исемле дәрес-уйын үткәрелде. БДУ-нан килгән практикант егеттәр сараға бик матур әҙерләнгән. Ильнар Ирназар улы менән Арсен Фәрит улы уҡыусыларға хәрби хеҙмәт, уға әҙерлек тураһында фәһемле фекерҙәр еткерҙеләр. Байрам сараһы матур ҡотлауҙар, күтәренке кәйеф менән тамамланды. Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ!.

Армия һәм флот ветерандарын, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, бөтә ир-егеттәрҙе – Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусыларҙы байрам менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ватан һаҡсыларына һаулыҡ, тыныс аяҙ күк, бәхет теләйейбеҙ!

 

Фотоматериалдар ҡарарға

 

Обновлено 26.02.2017 12:44
 

Әҙерлек төркөмөнөң өй эштәре. 18 февраль 2017 йыл

E-mail Печать PDF

Әҙерлек төркөмөнөң өй эштәре. 18 февраль 2017 йыл

Обновлено 18.02.2017 15:29
 

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған “Зарница” уйыны

E-mail Печать PDF

Дәрестәрҙән һуң гимназия  территорияһы күңелле тауыштарға күмелде, хатта әсе һыуыҡ ел дә йыйылыусыларҙы   ҡурҡытманы. Сөнки 2б класы уҡыусылары һәм ата-әсәләре Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған “Зарница” уйынына йыйылған. Уйында атайҙар менән балалар 2 командаға бүленеп ярышты. «Зарница» бик ҡыҙыу бар­ҙы, атайҙар ҙа, балалар ҙа үҙҙәренең етеҙлеген, таһыллығын күрһәтергә тырышты. Улар тиҙлеккә йүгерҙе, "яралыларҙы" ташыны, мина эҙләне. Балаларҙы санаға ултыртып йүгереү ("яралыларҙы" ташыу) иң ҡыҙыҡлы ярыштарҙың береһе булғандыр, моғайын. «Зарница»ның аҙаҡҡы өлөшө лә ҡыҙыҡ, ләкин ауыр ғына ине. Тәрән көрттө йырып, ҡарҙа аунап-тәгәрәп,  алдан йәшерелгән “мина”ны эҙләү гимназия терроторияһын тотош йөрөп сығыуҙы талап итте. Балалар, еңеүҙәргә һөйөнөп, еңелеүҙәргә көйөнөп, ярышта ихлас ҡатнашты. Һәм, әлбиттә,  уйын дуҫлыҡ еңеүе менән тамамланды. Атайҙарҙың ролен  үҫтереүгә, физик тәрбиәнең әһәмиәтен күрһәтеүгә йүнәлтелгән был сара, һис шикһеҙ, маҡсатына иреште. Күңелле сара атайҙарҙы һәм уҡыусы малайҙарҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлау һәм бергәләп сәй эсеү менән тамамланды. Унда ҡатнашыу­сылар барыһы ла ҡәнәғәт булып, киләсәккә тағы ла ошондай сараларҙы күберәк ойошторорға һүҙ ҡуйышып, сараны ойоштороусы класс етәксеһе Гөлнара Салауат ҡыҙы Хәзиеваға оло рәхмәттәр әйтеп таралышты.

Фотоматериалдар ҡарарға
Обновлено 21.02.2017 11:44
 

Әҙерлек төркөмө өсөн иғлан!

E-mail Печать PDF

Әҙерлек төркөмө өсөн иғлан!

Хөрмәтле ата- әсәләр!

Әҙерлек төркөмөнөң 25 февраль өсөн уҡыу дәрестәре

21 февралдә буласаҡ. Дәрестәр 17.00 сәғәттә башлана,

19.30 сәғәттә тамамланасаҡ.

 

Башҡа эштәр    планлаштырмағыҙ. Һуңламай ғына килеүегеҙ һорала.

 


Страница 10 из 95

Баннер
Баннер
Баннер
Баннер
Баннер
Баннер

Кто на сайте

Сейчас 49 гостей онлайн
Баннер
Баннер