Home Родителям Башҡорт балалар театр студияһының дәрестәре
Башҡорт балалар театр студияһының дәрестәре PDF Печать E-mail
Автор: Administrator   
15.10.2016 09:35

Хөрмәтле ата-әсәләр һәм балалар! 17 октябрҙән башлап,   Башҡорт балалар театр студияһының дәрестәре Ф. Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында  үткәрелә башлаясаҡ. Классташтарығыҙҙы һәм дуҫтарығыҙҙы саҡырығыҙ!

Дәрестәрҙе биҡ мауыҡтырғыс итеп, уйын рәүешендә, үҙ эштәренең оҫталары : Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Рима Тәлғәтовна Харисова, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Фәнис Вәкилевич Рәхмәтов һәм мин - Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы алып барасаҡбыҙ. Балаларға актер оҫталығы,сәхнә хәрәкәте һәм телмәр культураһы- сәхнә теле дәрестәре уҡытыласаҡ.Төрлө конкурстарҙа, фестевалдәрҙә ҡатнашыу мөмкинселеге буласаҡ. Ә иң мөһиме балаларҙа ижади фекерләү, үҙ уй-фекерҙәрен  халыҡ алдында тартыныуһыҙ әйтә алырлыҡ сифаттар тәрбиәләнәсәк.

Дәрестәр расписаниеһы: понедельник ,среда һәм пятница көндәре. 15.00 сәғәттән 16.30 минутҡа тиклем.

Айына түләү хаҡы – 1 500 һум (7-13 йәшлек балалар өсөн) һәм 1 800 һум (14-18 йәшлектәргә).

Рәхим итегеҙ!

 
© 2019 МБОУ "Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Мустафиной Фатимы Хамидовны" городского округа город Уфа РБ. Все права защищены.
Joomla! — свободное программное обеспечение, распространяемое по лицензии GNU/GPL.