МБОУ ``Уфимская городская башкирская гимназия №20

имени Мустафиной Фатимы Хамидовны`` городского округа город Уфа Республики Башкортостан

  • Увеличить размер шрифта
  • Размер шрифта по умолчанию
  • Уменьшить размер шрифта
Home О гимназии "Ете ырыу" балаларҙың һәләтен үҫтереү лагеры

"Ете ырыу" балаларҙың һәләтен үҫтереү лагеры

E-mail Печать PDF

1 июнь Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Өфө ҡалаһы Совет районының "Ете ырыу" балаларҙың һәләтен үҫтереү лагеры үҙ эшен башлап ебәрҙе. "Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы"ндағы саф башҡорт лагерына Совет районының 20, 117, 15, 27-се һанлы мәктәп уҡыусылары йыйылды. Лагерҙы асыу тантанаһында ял итеүсе уҡыусылар ҙур концерт ҡуйҙы.Шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға килгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова байрамдың матур биҙәге булды. Балаларға үҙенең тәмле күстәнәстәрен, яңы китаптарын бүләк итте.21-се июнгә тиклем эшләгән "Ете ырыу" лагеры ял итеүсе уҡыусыларҙың күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ һәм бай эстәлекле программа менән эшләйәсәк балаларҙың һәләтен үҫтереү үҙәгенә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

 

Баннер