Home О гимназии «ИЛЕМ, ТЕЛЕМ ҺАҠСЫҺЫ – АТАЙЫМ!»
«ИЛЕМ, ТЕЛЕМ ҺАҠСЫҺЫ – АТАЙЫМ!» PDF Печать E-mail
Автор: Administrator   
18.02.2019 16:39

16-сы февраль Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 30 йылына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған волейбол буйынса спорт байрамы ойошторолдо. Турнирҙың хөрмәтле ҡунаҡтары - "Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Башҡортостандың Рәсәй гвардияһы вәкиләдре. Спорт майҙанында көс һынашыусы командалар араһында еңеүселәр ҙә һәм еңелеүселәр ҙә булды.

Уйындың һөҙөмтәләре: 
I урын - Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт саралары йыйылма командаһы; 
II урын - Башҡортостан Республикаһының суд приставының йыйылма командаһы; 
III урын – Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының "ОСҠОН" командаһы. 

Бөтә ҡатнашҡан командаларға ла ойоштороу комитеты исеменән оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! 
Яҡынлашып килгән БАЙРАМ МЕНӘН, хөрмәтле ир-егеттәр!!!


Обновлено 18.02.2019 16:42
 
© 2019 МБОУ "Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Мустафиной Фатимы Хамидовны" городского округа город Уфа РБ. Все права защищены.
Joomla! — свободное программное обеспечение, распространяемое по лицензии GNU/GPL.
 
Баннер