Home О гимназии Бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған сара
Бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған сара PDF Печать E-mail
Автор: Administrator   
28.02.2020 19:58

 

 

2020 йылдың 28 февралендә Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы тарафынан Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала 20-се башҡорт гимназияһында Бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған күркәм сара үткәрелде.

Байрамға йәм өҫтәп мәртәбәле ҡунаҡтар килде: башҡорт яҙыусыһы һәм шағиры, драматург, журналист, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы, п.ф.к., Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры урынбаҫары Дәүләтшина Мәрхәбә Сәйәфәр ҡыҙы, ф.ф.к., М.Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты Гәрәева Раушания Рәүф ҡыҙы, РФ һәм БР яҙыусылар союзы ағзаһы Ринат Миңлеғәле улы Сөләймәнов, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто белгесе Шарапова Илһөйәр Рәмзис ҡыҙы.
Сараның маҡсаты уҡыусыларҙа туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләүгә, телде өйрәнеүгә һәм уны һаҡлауға, милли рухты нығытыуға йүнәлтелгән ине.
Байрамда башҡорт теле һәм әҙәбиәте, , татар теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларының, Бәләкәй фәндәр академияһы конференцияһы, «Йәшәй шағир халыҡ күңелендә», «Республикамды данлайым» ҡала конкурстарының еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Уларға Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Мәғариф идаралығы тарафынан дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
Сара Өфө ҡалаһы мәктәптәренең сығыштары менән йәнләнде. Уларҙың дәртле йырҙары, оҫта бейеүҙәре, шиғри сәләмдәре байрамға дәрт өҫтәне.
Илһөйәр, телһөйәр балалар туған тел байрамынан рухланып, күңелдәрен байытып ҡайтты.


Бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған сара

 

Обновлено 28.02.2020 20:00
 
© 2020 МБОУ "Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Мустафиной Фатимы Хамидовны" городского округа город Уфа РБ. Все права защищены.
Joomla! — свободное программное обеспечение, распространяемое по лицензии GNU/GPL.
 
Баннер

ТЕЛЕФОН ДОВЕРИЯ

Баннер