Home
Хөрмәтле буласаҡ беренсе класс уҡыусылары ата-әсәләре! PDF Печать E-mail
Автор: Administrator   
28.06.2020 11:59

 

Хөрмәтле буласаҡ беренсе класс уҡыусылары ата-әсәләре!

1 июлдән гимназиябыҙҙа “Мәктәптәрҙе электрон комплектлау” һәм “Башҡортостан Республикаһы дәүләт хеҙмәттәре” порталдары аша  I класҡа уҡырға барыу өсөн электрон ғаризалар ҡабул итеү башлана. Электрон рәүештә ғариза яҙғандан һуң өс көн эсендә баланың ата-әсәһе (законлы вәкилдәре) мәктәпкә  шәхсән документтарҙы тапшырырға тейеш. Әгәр документтар билдәләнгән ваҡытта тапшырылмаһа йәки документтарҙа бала хаҡында мәғлүмәттәр Башҡортостан мәктәптәренә электрон сират сервисы сайтында яҙылған мәғлүмәттәр менән тап килмәһә, ғариза ғәмәлдән сығарыла һәм бала дөйөм белем биреү мәктәбенә алынмай. Был осраҡта ата-әсәгә (законлы вәкилдәренә)  ҡабаттан ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ.

1 июль Тауыш биреү көнө булыу сәбәпле, ҡабул итеү комиссияһы эшләмәй.

Документтарҙы шәхсән тапшырырға, беҙ һеҙҙе 2 июлдән 10:00-17:00 сәғәттә көтөп ҡалабыҙ.

 

Эпидемиологик хәлгә ярашлы битлек, бирсәткә кейеп килергә, социаль дистанцияны (1,5м)тоторға тәҡдим итәбеҙ. Сират йыйылыуға юл ҡуймаҫ өсөн тәғәйенләнгән ваҡытҡа килеүегеҙҙе һәм бөтә санитар нормаларҙы теүәл үтәүегеҙҙе һорайбыҙ.

 

Обновлено 28.06.2020 12:00
 
© 2020 МБОУ "Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Мустафиной Фатимы Хамидовны" городского округа город Уфа РБ. Все права защищены.
Joomla! — свободное программное обеспечение, распространяемое по лицензии GNU/GPL.
 
Баннер

ТЕЛЕФОН ДОВЕРИЯ

Баннер