Home
Уҡыусылар көтәбеҙ! PDF Печать E-mail
Автор: Administrator   
17.07.2020 13:37

«Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы» яңы уҡыу йылына 7-се, 8-се, 10-сы синыфтарға уҡыусылар ҡабул итә.

Гимазияла урта белем алыу һәм артабан юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн уҡытыу 3 йүнәлештә алып барыла: гуманитар (профилле предметтар – тарих, йәмғиәт), технологик (профилле предметтар – физика, информатика, математика), тәбиғи фәндәр (профилле предметтар – химия, биология, математика). Һеҙҙе бөтә уңайлыҡтары булған яңыса йыһазландырылған уҡыу бинаһы, ашхана, спорт залы, компьютер кластары көтә.

Республика һәм ҡала буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа ҡатнашыусы һәләтле балаларҙы баш ҡалабыҙҙың данлы, рухлы башҡорт гимназияһында көтөп ҡалабыҙ, уҡыусыларыбыҙ!

Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 99 А.

Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)2-73-35-03

 

Ҡабул итеү 17-се августан башлана.

 

 
© 2020 МБОУ "Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Мустафиной Фатимы Хамидовны" городского округа город Уфа РБ. Все права защищены.
Joomla! — свободное программное обеспечение, распространяемое по лицензии GNU/GPL.
 
Баннер

ТЕЛЕФОН ДОВЕРИЯ

Баннер