Home Достижения Башланғыс класс уҡытыусыһы Ғәзизова Эльмира Миҙхәт ҡыҙының оҫталыҡ дәресен үткәреү графигы
Башланғыс класс уҡытыусыһы Ғәзизова Эльмира Миҙхәт ҡыҙының оҫталыҡ дәресен үткәреү графигы PDF Печать E-mail
Автор: Administrator   
16.10.2014 17:04

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы Совет районы Мостафина Ф.Х. исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының башланғыс класс уҡытыусыһы Ғәзизова Эльмира Миҙхәт ҡыҙының « Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттары талаптарына ярашлы башҡорт мәктәптәрендә дәрестәрҙе ойоштороу үҙенсәлектәре » темаһына оҫталыҡ дәресе программаһы.

Программаның маҡсаты:

  • Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттарын индереү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу;
  • Яңы стандарттарға ярашлы дәрестәрҙе проектлау этаптарында инновацион алымдар менән танышыу
  • Дәрестәрҙә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген  (УУЭ) формалаштырыу юлдарын билдәләү
  • Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусы уҡытыусыларҙың белемен, һөнәри оҫталығын камиллаштырыу, үҫтереү;
  • Уҡытыусыларға фәнни-методик ярҙам күрһәтеү.

Программаның бурыстары:

  • Уҡытыусының профессиональ компетентлығын Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттары талаптарына яраҡлы рәүештә  үҫтереү;
  • Д.Б. Эльконин–В.В.Давыдовтың үҫтереүсе уҡытыу системаһының психологик, методик нигеҙҙәрен өйрәнеү, уларҙың   яңы стандарттар менән үҙ-ара тығыҙ бәйләшен күрһәтеү.

· Хәҙерге талаптарға тулыһынса яуап бирерлек заманса дәрес үткәреү юлдары һәм уның үҙенсәлектәре менән таныштырыу

· Дәрестең технологик картаһын төҙөү буйынса методик  күрһәтмәләр биреү;


Совет районы Мостафина Ф.Х.исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының башланғыс класс уҡытыусыһы Ғәзизова Эльмира Миҙхәт ҡыҙының « Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттары талаптарына ярашлы башҡорт мәктәптәрендә дәрестәрҙе ойоштороу үҙенсәлектәре » темаһына оҫталыҡ дәресен үткәреү графигы

Дәрес №

Тема

Дәрес төрө, формаһы

Үткәрелеү

Ваҡыты

1

Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттары нигеҙҙәрен , уның талаптарын өйрәнеү.

Аралашыу, лекция

21.10.14

Сәғ.15.00

2

Дәрестәрҙә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген  (УУЭ) формалаштырыу юлдарын билдәләү .

Дәреслектәр авторҙары менән осрашыу,  практик семинар

31.10.14

Сәғ.12.00

3

Яңы стандарттарға ярашлы дәрестәрҙе проектлау .

Асыҡ  дәрестәр ҡарау,  анализ яһау

28.11.14

Сәғ.10.00

4

Дәрестең технологик картаһын төҙөү буйынса практик эш.

Практик эш, сығыштар

12.12.14

Сәғ.15.00

5

Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттарының талаптарына ярашлы  асыҡ дәрестәр үткәреү.

Асыҡ  дәрестәр, анализ, сығыштар

23.01.15

Сәғ.10.00

6

Уҡыу һөҙөмтәләрен баһалау технологияларын өйрәнеү.

Практик эш, сығыштар.

6.02.15

Сәғ.15.00

7

Уҡыу дәрестәрендә инновацион технологиялар ҡулланныу.

Лекция, практик эш, видиояҙма ҡарау, анализлау

20.02.15

Сәғ.15.00

8

Рус теле, математика дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген  формалаштырыуҙы анализлау һәм диагностикалау

Практик эш, лекция

13.03.15

Сәғ.15.00

9

Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттары  талаптарына ярашлы дәрестәрҙе ойоштороу үҙенсәлектәре.

Түңәрәк өҫтәл. Фекер алышыу.

Йомғаҡлау дәресе , фекер алышыу.

27.03.15

Сәғ.12.00

Оҫталыҡ дәресен ойоштороу  һәм үткәреү буйынса һорауҙар менән

Ғәзизова Эльмира Миҙхәт ҡыҙына (тел. 89279405174),

Фәнни-мәғлүмәти методик үҙәктең милли мәғариф бүлегенә ( 2550153) мөрәжәғәт итергә була.

 

Мостафина Ф.Х. исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының адресы: Достоевский урамы, 99 А, “Үҙәк баҙар” туҡталышы

Обновлено 16.10.2014 17:04
 
© 2020 МБОУ "Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Мустафиной Фатимы Хамидовны" городского округа город Уфа РБ. Все права защищены.
Joomla! — свободное программное обеспечение, распространяемое по лицензии GNU/GPL.
 
Баннер

ТЕЛЕФОН ДОВЕРИЯ

Баннер