Уҡыусыларыбыҙ ғәрәп алфавитын, һүҙҙәрен ҙур теләк менән өйрәнәләр Печать
Автор: Administrator   
26.01.2019 11:49

"Ф. Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы" уҡыусыларға сит телдәр өйрәтеү буйынса әүҙем эшләп килә. Гимназия уҡыусылары инглиз, немец, ҡытай телдәрен ихлас үҙләштерәләр. Ә, бөгөнгө көндә гимназиябыҙ уҡыусыларына ғәрәп телен өйрәнеү мөмкинселеге тыуҙы.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филолгия факультетының ғәрәп телен өйрәнеүсе студенттары Айгизә Райманова һәм Гүзәл Кинйәғолова педагогик практика ваҡытында факультатив дәрестәр бирәләр. Уҡыусыларыбыҙ ғәрәп алфавитын, һүҙҙәрен ҙур теләк менән өйрәнәләр.

Обновлено 26.01.2019 12:46