Һаумы, һаумы, әкиәт!
Йылдан-йыл үтә килгән "Һаумы, һаумы, әкиәт!" Төбәк-ара конкурсына беҙҙең гимназистар быйыл да дәррәү ҡушылды.
Биш номинацияның барыһында ла 1-4 класс уҡыусылары етәкселәре менән халыҡ әкиәттәрен һөйләргә әҙерләнде.
12 апрель гимназияла уҡыусылар мәктәп этабында ҡатнашып, үҙҙәренең әкиәтте инсценировкалау, яттан һөйләү һәләттәрен күрһәтте.
Конкурстың беренсе этабына һәр кластан да ҡатнашыусылар һаны күп булды. Шулай ҙа, абруйлы жюри ағзалары иң-иңдәрҙе билдәләне.
Уҡыусыларға һәм уларҙың етәкселәренә ҡала этабында еңеүҙәр теләйбеҙ!
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий