Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение «Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Мустафиной Фатимы Хамидовны»
450005, Республика Башкортостан, г.Уфа, ул. Достоевского, 99А

8(347) 272-09-26
Главная
«Чудо-шашки» Бөтә Рәсәй ярыштарының төбәк этабы
10 – 11 апрелдә Өфөлә «Торатау» Конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында «Чудо-шашки» Бөтә Рәсәй ярыштарының төбәк этабы үтте. 
Мәктәп командалары араһындағы Башҡортостан Республикаһы беренселегендә Өфөнән һәм Ағиҙел, Баймаҡ, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Яңауыл ҡалаларынан, Баймаҡ, Бөрйән, Баҡалы, Бүздәк, Дыуан, Ишембай, Краснокама, Ҡалтасы, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш райондарынан барлығы 28 команда ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса урындар ҡала һәм ауыл мәктәптәре командалары араһында айырым билдәләнде. 
Был ярышта беҙҙән 5б класы уҡыусылары Танһыҡҡужина Сафия һәм Байназаров Илхан, 6б класынан Байназаров Ирхан һәм Баймурзин Данир гимназия данын яҡланы. Ике көн дауамында барған көсөргәнешле ярышта беҙҙекеләр икенсе урынға лайыҡ булды. Беренсе һәм өсөнсө урында – Ишембай ҡалаһы командалары: беренселек – 2-се мәктәптә, өсөнсө урында – 1-се гимназия. 
Шулай уҡ үҙ таҡталары буйынса шәхси беренселектә Байназаров Ирхан – икенсе, Танһыҡҡужина Сафия өсөнсө урынға сыҡты. Еңеүсе командаларға һәм уҡыусыларға кубок, грамота, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Уҡыусыларыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар, ярыш сәме һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!
0
Поделиться в:
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий