Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение «Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Мустафиной Фатимы Хамидовны»
450005, Республика Башкортостан, г.Уфа, ул. Достоевского, 99А

8(347) 272-09-26
Главная
Мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы
Еңеү көнө алдынан #егерменселәрҙә Украинала махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Тимур Ҡасимовҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы уҙҙы. Гимназия янында бөгөн яугирҙың туғандары һәм яҡташтары, гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары йыйылды. 

Сарала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары, “Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Бикбаев Илдар Зинур улы, Бөрйән районы муниципаль районы Хакимиәте Башлығы урынбаҫары Илфат Әсхәт улы Ғәлин, Өфө ҡалаһы ҡала округының мәғариф идаралығы начальнигы Азат Рафаил улы Батыршин һәмТимур Йәлил улының әсәһе Гөлнур Фәйзрахман ҡыҙы Фәхретдинова ҡатнашты. 

Мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы Тимурҙың әсәһенә бирелде. Йыйылыусылар геройҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Мемориаль таҡтаташҡа митингыла ҡатнашыусылар тере сәскәләр һалды. 

Тимур Ҡасимовты Рәсәй Федерацияһының ысын гражданы итеп тәрбиәләгән ата-әсәһенә һәм уҡытыусыларына ҙур рәхмәтемде белдерәм. 

Шулай уҡ, Бөрйән район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповҡа Газиз Манапов һәм Бөрйән районының яҡташтары берлегенә Ришат Сабитов ошо сараны ойошторорға ярҙам иткәндәре өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Герой даны үлемһеҙ! 
0
Поделиться в:
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий