Һау бул "Ҡурай" лагеры - 2022







Бына лагерҙың һуңғы көндәре лә килеп етте. Был көндө беҙ бик көтөп алдыҡ, ләкин һуңғы көн бигерәк моңһоу икән. Сөнки ошо 21 көн эсендә яҡындан аралашып, ысын дуҫтарға әүерелеп бөткән инек. Лагерь тормошо бик күңелле ҡайнаны. Унда төрлө ҡыҙыҡлы саралар, мауыҡтырғыс конкурстар, театр, кинотеатрҙарға походтар ойошторолдо, бассейнда һыу төшөп тә рәхәтләндек. Ә инде һуңғы көндә, ябылыу тантанаһында күңелле шоу- байрам үткәрҙек. "Ҡурай" лагерының тантаналы ябылыу линейкаһында балалар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәттеләр, тәрбиәселәр һәм лагерь тормошонда әүҙем ҡатнашҡан тәрбиәләнеүселәр маҡтау грамоталары, төрлө приздар алып шатландылар. Йәйге каникулда көс- дәрт туплап, һаулыҡтарын нығытып, яңы көстәр менән уҡыуға килеүҙәрен теләйбеҙ! Һау бул "Ҡурай" лагеры-2022, осрашҡанға тиклем!!!
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий