8(347)2-72-09-26 Версия для слабовидящих
Войти:
Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Фатимы Хамидовны Мустафиной
Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы
Главная
Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?



Гимназияла балалар һабантуйы үтте
"Юлдаш" йырлай! "Юлдаш" көйләй! 

1 июнь, Балаларҙы яҡлау көнөндә, #егерменсе_гимназия биләмәһендә балалар һабантуйы уҙҙы. “Юлдаш” радиоһы менән берлектә уҡыусылар өсөн ат сабышы, арҡан тартыу уйындары ойошторолдо. Һабантуй менән гимназия уҡыусылары өсөн ойошторолған "Ҡурай” лагерының сменаһын асыу тантанаһы ла тура килде. 

Бар гимназистарҙы балалар байрамы менән “Тамыр” йыр ансамбле, гимназияның “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡотланы. Ҡотлау концертынан һуң бар балалар тирә-якта урынлашҡан уйын майҙансыҡтарына таралды. Кемдер ағас атта һикереп, кемдер ҡалаҡ менән һыу ташып аҡса – “юлдашиктар” отто. Уҡыусылар үҙҙәре отҡан аҡсаға шул уҡ майҙансыҡта ойошторолған магазиндан кәнфит, уйынсыҡтар, кинотеатрҙарға билеттар һатып алды. 

Һабантуй, йола буйынса, киң күләмле бейеү флеш-мобы менән тамамланды. Алһыу биттәре, шаян күҙҙәре менән беҙҙең гимназистар “юлдаштар” менән хушлашты. Уҡыусыларҙың йәйге каникулдары ла шулай уҡ күңелле һәм файҙалы үтер тип ышанабыҙ. 


2
Поделиться в:
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий