Лагерь Һылыуы- 2022











Бөгөнгө көн «Ҡурай» лагере өсөн күркәм, матур сараларға бай булды: «Лагерь Һылыуы- 2022» конкурсы булып үтте. Ҡыҙҙар үҙҙәрен төрлө яҡтан талантлы, аҡыллы, тырыш, уңған тип күрһәттеләр. Төрлө конкурстарҙа: визитка, лирик конкурс, викторинала ҡатнашып жюри баһаһын алдылар. «Ҡурай һылыуы» титулына Әхтәмова Имелия, беренсе урынды Гилязева Азалия һәм Асылгужина Зөлхизә бүлештеләр,икенсе урынға Даутова Самира, Алсынова Наҙгөл лайыҡ булды. Өсөнсө урында Уразгулова Камилла менән Бердина Сәриә. Шулай уҡ, бөгөн лагерь менән беҙ М. Кәрим исемендәге башҡорт милли йәштәр театрына сәйәхәт ҡылдыҡ. Театрҙа «Цирк на поляне» заманса спектаклен ҡараныҡ. Балаларға бик ныҡ оҡшаны, тамашанан яңы тьәҫораттар менән ҡайттылар.
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий