Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение «Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Мустафиной Фатимы Хамидовны»
450005, Республика Башкортостан, г.Уфа, ул. Достоевского, 99А

8(347) 272-09-26
Главная
Уҡытыусылар көнө
Уҡытыусы! Ошо исемдән дә Юғарыраҡ ниндәй исем бар?! Хөрмәтле уҡытыусылар! Инде йөҙ йылдан ашыу 5-се октябрь Илебеҙҙең иң саф, эштәрен мөкиббән бирелеп эшләгән кешеләр - уҡытыусылар көнөн билдәләйбеҙ. 

"Осҡон" балалар ойошмаһы 11-се класс уҡыусылары менән бергә остаздары өсөн "Пионерҙар слеты" тип аталған ҙур байрам ойошторҙо. Һәр уҡытыусыны иртәнән ҡыҙыл галстук тағып, пионерҙар сафына алдылар. 

"Пионерҙар" 12А һәм 12Б класында өлкән кластар уҡыусылары етәкселегендә физкультура, музыка дәресендә белем алдылар, "Кем? Ҡайҙа? Ҡасан?" дәресендә гимназия тарихы тураһында ҡыҙыҡлы факттар менән таныштылар. Дәрестәрҙән һуң тырыш пионерҙарға линейкала татлы күстәнәс менән иң шәп пионер отрядтарына грамоталар тапшырылды. Уҡытыусылар көнө тантаналы байрам концерты менән тамамланды. 

Ошо тантаналы көндә еңел булмаған эшегеҙҙә тик уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар, тик "бишле" билдәләре менән ҡыуандырып торған уҡыусылар, ярты һүҙҙән аңлаған ата-әсәләр, гел генә иҫтәрендә тотҡан, онотмаҫ сығарылыш уҡыусыларын теләп ҡалабыҙ, хөрмәтле #егерменсенең остаздары!
1
Поделиться в:
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий