Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение «Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Мустафиной Фатимы Хамидовны»
450005, Республика Башкортостан, г.Уфа, ул. Достоевского, 99А

8(347) 272-09-26
Главная
Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана
7 март гимназиябыҙҙа “Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана” тип аталған тантаналы концерт үтте. 

Байрам түрендә ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙҙы, әсәйҙәрҙе гимназияның ижади коллективтары үҙҙәренең бүләктәре – йыр-бейеүҙәре, ҡурай моңдары менән ҡыуандырҙы. 

Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотларға килгән ҡунаҡтарыбыҙ, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Юнир Шәмсетдин улы Һағынбаев, медиация һәм хоҡуҡты яҡлау үҙәге директоры, музыкант Айҙар Марат улы Әхмәтйәнов тамашасыларҙы йырҙарына бейетеп, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы. 

Әсәйҙәр, апайҙар, ҡыҙҙар! Барығыҙҙы ла 8 март, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ! Һәр көнөгөҙ яҙ ҡояшындай алсаҡ, йылы булһын!
0
Поделиться в:
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий