Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение «Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Мустафиной Фатимы Хамидовны»
450005, Республика Башкортостан, г.Уфа, ул. Достоевского, 99А

8(347) 272-09-26
Главная
"Ырыҫ" поэмаһының премьераһы
16 март Башҡортостан Республикаһының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала "Ағиҙел" журналының йөҙ йыллыҡ юбилейы айҡанлы сара үтте. 

Беҙҙең 9-сы класс уҡыусылары кисәлә республикабыҙҙың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай менән осрашты. Осрашыуҙың төп темаһы итеп шағирҙың "Ырыҫ" поэмаһының премьераһы алынды. 

Уҡыусылар Ҡәҙим Абдулғәлим улына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙе: шағирға нимә илһам бирә, үҙенең был әҫәрен кемгә арнаған? 

Гимназистар осрашыуҙан илһамланып ҡына түгел, ҡанатланып, "Ырыҫ" менән тәүгеләрҙән булып танышыуҙарына ҡыуанып ҡайттылар. 
1
Поделиться в:
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий